Ни булһа ла тормош дауам итә,
Ҡыйралмаһын рәттән күңелдәр,
Күңел гөлөн шиңдермәйсә тотоу
Ҡай хәлдәрҙә еңел түгел дә…
Тик үҙеңде үҙең йүгәнләмәй
Зар-зар дауылына эйәрһәң,
Оҙон юлда тының етмәүе бар,
Ҡолауың бар алда эйәрҙән.
Ни булһа ла тормош дауам итә,
Донъя дауыл булһа – бул ҡая.
Ҡояш күпме ҡан ҡойошҡа шаһит,
Көс таба бит, йәнә йылмая.
Фото: vk.com