+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Октябрь 2022, 05:25

Көҙгө елдәр

 

Ағастарҙың япраҡтарын өҙөп,

Тәҙрә сиртеп теге,был өйгә.

Аҙашып та йөрөй көҙгө елдәр

Һағыш йырын йырлап бер көйгә.

 

Кешеләрҙең күңеленә шомдар

Һалма әле,һалма көҙгө ел.

Һинең йырың барыһына таныш,

Үҙгәрмәй ҙә көйөң тик быйыл.

 
Мөғжизәләр көтә кешеләрем:

Әсе елдәр тиҙерәк үтһендәр.

Күбәләктәй осҡан ынйы ҡарҙар

Ер өҫтәрен аҡҡа төрһөндәр.

 
Ә һин, елкәй,үҙ юлдарың менән

Үтеп киттең,ҡалдың көҙөңдә.

Аҡ ҡыштарға бирсе вазифаңды,

Тыныслана төшсө,үҙең дә!


Зәйтүнә ТҮЛӘБАЕВА.

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас