Төн уртаһы – уның уты яна,
Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндә,
Донъяһының эше ятып тора,
Бар күңеле – мәктәп эшендә.
Өйгә комиссия килмәҫ әле!
Оят булмаһын тик эш өсөн,
Ул тырыша теш-тырнағы менән,
Бар йөрәген биреп, бар көсөн!..
Фирүзә АБДУЛЛИНА.