

Яуа ямғыр, яуа бер өҙлөкһөҙ,
Тәҙрәмдә бейей тамсылар.
Ниңә бейей, ниңә арыу белмәй,
Йәнгә тынғы бирмәй тамсы ла.
Шыбыр-шыбыр... Нимә һөйләй икән?
Һөйөнсө! — тиме икән. — Көҙ етте!
Һыҡтанма ла, екһенмә лә, — тиме,
— Мин килдем бит ерҙе үҙ итеп!
Килер йылдың йәшел болондарын,
Алтын баҫыуҙарын ҡоям мин.
Ағастарҙың өмөт бөрөһөнә
Серле мая һалып ҡуям мин...
Шулай тиһең, көҙгө ямғыр, беләм,
Яу, ямғырым, яу ҙа яу әйҙә.
Изге тамсыларың әрәм булмаҫ,
Икмәк булып аңҡыр һәр өйҙә.
.
Фото: pomnim.com