

Рәссам булһам, сағыу төҫкә
Биҙәр инем Ғаләмде.
Бирмәгән шул һәләтте.
Көлдөрөрмен әҙәмде,
Боҙормон тик һүрәтте.
Сумып хыял диңгеҙенә
Ынйы, гәүһәр күҙләйем.
Нурға манып ҡәләмем,
Сағыу төҫтәр эҙләйем
Биҙәр өсөн Ғаләмем.
Көҙҙән алдым йәйғор төҫөн,
Йәшлегемдең сафлығын,
Өҫтәп сәскә бәйләмен,
Бәхет менән шатлығын
Дуҫтарға ебәрәмен.
Илһамым бит гел эргәмдә,
Бирә рухи байлығын.
Изге теләктәр теләп,
Ҡушып йөрәк йылыһын
Минән һеҙгә бер бүләк
Ҡабул итеп алығыҙ.
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Фото: kidspsychology.ru