+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
11 Октябрь 2022, 06:00

Башҡортостан

Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ

Рәсәйемдең ҡуйынында
Тыуған илем Башҡортостан,
Уның йылы ҡосағына
Бик күп төрлө милләт һыйған.

Береһе лә үгәй түгел,
Барыһына ғәзиз әсә,
Уңдырышлы тупрағынан
Һуттар алып улар үҫә.

Бер милләт тә юғалмаған
Башҡортостаным эсендә.
Һәр бер кеше һөйләшә лә,
Һәм йырлай ҙа үҙ телендә.

Башҡа яҡта оҙаҡ йөрөп,
Башҡортостаныма керһәм,
Алыҫтан уҡ күренә бит
Республикам ниндәй күркәм!

Ауылдарҙа матур өйҙәр,
Шифалы шишмәләр һыуы,
Һағындыра хатта уның
Һулай торған саф һауаһы!

Илем йөрәге ҡалалар
Республикама көс бирә,
Башҡаламда зыялылар
Тыуған илемә төҫ бирә.

Дуҫлыҡ иле Башҡортостан,
Ожмах иле Башҡортостан,
Ошо илемде һағынам
Әҙ генә мин ситтә торһам.

Тәбиғәте гөл баҡсалай,
Урмандар күп, ҡая тауҙар.
Ғәзиз еремде һуғарып
Ағып ята күп йылғалар..

Ҡунаҡсыл булыуы менән
Рәсәйҙә ҙур урын тота,
Халыҡсан бейеү, йырҙары
Донъяға данын тарата.

Һине маҡтап туялмайым,
Тыуған илем Башҡортостан,
Донъялағы матурлыҡтың
Барыһынан өлөш сыҡҡан.

Әлеге булған даныңды
Һаҡла, илем Башҡортостан,
Башҡорт иле һәр ваҡытта
Бар халыҡҡа булыр дуҫтан!

Һис ҡасан да ҡартаймайһың,
Һаман йәшәрә бараһың,
Сәскә ат минең Ватаным-
Һөйөклө Башҡортостаным!

Фото:  vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас