+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
11 Октябрь 2022, 18:20

Башҡортостан

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

Башҡортостан – тыуған илем минең,
Кешеләрем минең, минең донъям!
Бар хыялдар, өмөт шунда һыйған,
Һәр бер күҙәнәгем һине тоя!

Башҡортостан – һүнмәҫ ғәмем минең,
Йәндәремде имләр йәмем минең,
Башҡортостан – һин тамырым минең,
Ҡотло төбәккәйем, йәнем минең!

Башҡортостан – һин бит ҡаным минең,
Аңым, заңым фиҙа ғәләмеңә.
Зәңгәр һауа, ер һәм тупраҡ һыйған
Өс тағанлы, нурлы әләмеңә!

Башҡортостан – алтын тирмәм минең,
Ҡара тупраҡтағы ап-аҡ Ватан!
Зекер итеп һинең исемеңде
Балама ла хәҙер ҡабатлатам.

Яңы һулыш, яңырыш тулҡындарын
Алып килһен һиңә яңы быуат!
Башҡортостан ҡанат кирһен тиеп,
Беҙ әйтәбеҙ һиңә салауат!

Уй-хыялдар беҙҙең алға килеп,
Рухи, иҡтисади Мәккә булып,
Һәр яҡлап та көс-ҡеүәткә тулып,
Заман менән тиң халәттә булып,

Зимагурлап сығып киткәндәрҙе
Кире тартып алып үҙәгеңә,
Халҡым тарихында яңы баҫҡыс булып,
Әйләнерһең донъя биҙәгенә!..

Башҡортостан – тыуған илем минең,
Кешеләрем минең, минең асман!
Кешелектең рухи ҡотон һаҡлап,
Мәлен көтөп ятҡан бер талисман.

Башҡортостан – изге ашъяулыҡ һин,
Ҡул бирешкән ере ҡитғаларҙың,
Ихлас шишмәһенең инеше һин,
Ҡабул булған ере доғаларҙың!

Башҡортостан – ғәзиз тупраҡҡайым,
Рухи көмбәҙ бул һин ер шарына,
Иман нуры һәм мәрхәмәт тарат
Һиңә ынтылғандың устарына!

Башҡортостан – тыуған илем минең,
Ер кендеге беҙгә – Башҡортостан!
Минең йөрәк һине ҡосаҡлаған,
Ә һин минең йөрәгемде ҡосҡан!


Гөлнара Фәләхова картинаһынан репродукция vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас