+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
12 Октября 2022, 05:30

Доғаларҙан ҡорҙом ҡулсатыр

 

Балаҡайым, ир яҙмышы һине

Илең яҙмышына бәйләне.

Тыуған ерҙән, беҙҙән айырҙы ла

Үлемесле яуға әйҙәне.
 

Бөгөн, улым, яндарыңа барҙым,

Уйҙарымда һинең эргәңә.

Һиҙгәнһеңдер, өшөмәһен, тиеп

Устарыңа тыным өргәндә.
 

Дошман пулялары яуған саҡта

Доғаларҙан ҡорҙом ҡулсатыр.

Аллаһынан тыныс төн һораным,

Серем итеп алһын, тип батыр.

 

...Китеп барҙың, балам, ҡанһыратып

Ғәзиз әсәйеңдең йөрәген.

Аллаҡайым, туҡтат һуғыштарҙы!

Иҫән ҡайтһын балам - терәгем!

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.

Фото: mtdata.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас