

Йырлап ҡына китте башҡорттарым
Ил һаҡларға китте, көрәшкә
Шаймораттың вариҫтары бит ул!
Ә йырҙары үтте үҙәккә...
Йырлап ҡына сыҡты яуға башҡорт
Бейеп кенә китте ҡайһыһы...
Өҙгөләнеп ҡалған әсәләргә
Күрһәтмәһен бала ҡайғыһын!
Ҡурай ғына тартып оҙаттылар
Яңғыраны оҙон көйөбөҙ!
Ғүмерегеҙ йырҙай оҙон булып
Йырлай-йырлай ҡайтып килегеҙ!
Ғүмерегеҙ йырҙай оҙон булып
Йырлай-йырлай ҡайтып килегеҙ!
Мәрйәм Закирйәнова
Фото: vk.com