

Һалдат ҡайтты тыуған яҡтарына,
Һорамағыҙ уның хәлдәрен.
Шинеленә дары еҫе һеңгән
Һәм йүткерә һуғыш көлдәрен.
Һалдат ҡайтты тыуған ауылына,
Асып инде атай ҡапҡаһын.
Оҙатылған көндән хәтерендә
Әсә һүҙе: "Аллам һаҡлаһын!"
Һалдат ҡайтты тыуған төбәгенә,
Уҫал ине әле ҡарашы.
Йөҙө балҡып, йыуашайып китте
Сығыу менән әсәһе ҡаршы.
Ҡайнар ҡосағына ҡыҫты улын,
Ҡайнар йәштәр сыҡты атылып.
Ғәзиз әсәләрҙең йөрәгендә
Күпме һағыш сере яталыр?
Йүгереп сыҡты ҡаршыһына ҡыҙы,
Атай ҡосағына һыйынды.
Гөлләмәләр балҡый төҫлө ине
Нағышлап миҙаллы ҡуйынды.
Ана улы, ана ҡатыны ла,
Күрше-күлән китте йыйылып.
Барыһы ла шат та, әсә генә
Илауынан алһа тыйылып...
Утлы яу юлдарын кисә-кисә,
Һалдат ҡайтты үҙ ауылына.
“Батыр бул!” – тип, күкрәгенән һурып,
Бер миҙалын таҡты улына.
Яугир ҡайтты тыуған яҡтарына ,
Һорамай тороғоҙ хәлдәрен.
Ғорур баҫып тора, ҡосағына
Ныҡлы ҡыҫып бәхет гөлдәрен.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.