

Октябрҙең шулай торошо,
Ҡурғаштарҙай ауыр болото.
Шул ауырлыҡ баҫа күңелде,
Октябрҙе ҡояш онотто.
Әллә ниндәй быйыл көҙҙәре,
Үҙәктәргә үтә елдәре.
Күңелдәргә һала шом ғына
Октябрҙең ошо көндәре.
Ҡырҙарыңда бары моңһоулыҡ,
Урмандарҙа тора һарылыҡ.
Октябрем, көндәрең етте
Ҡырауҙарға башың эйерлек.
Йәнлектәрҙә ҡышҡа әҙерлек,
Япраҡ аҫты тулы тереклек.
Һауаларҙа киткән ҡоштарҙың
Моңдарына һушың китерлек.
Бала саҡтан яҡын тәбиғәт,
Һин йәшәрһәң, мин дә йәшәрәм.
Октябрҙә һин моңайғанда
Күҙҙәремдең йәшен йәшерәм.
Мәрйәм КӘРИМОВА.
Фото: twimg.com