+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
14 Октябрь 2022, 09:30

Торналар

 

Күк йөҙөндә теҙелешеп

Оса моңһоу торналар.

Уларға кескәй балалар

Ерҙән ҡарап торалар.

 

Һуңғы тапҡыр был ҡошҡайҙар

Урай тыуған ерҙәрен.

Яҙҙарын кире ҡайталар,

Китһәләр ҙә көҙҙәрен.

 

Сит яҡтарҙа булған саҡта

Һағыналар илкәйен.

Шуға тыуған ерҙәрендә

Үткәрәләр яҙ-йәйен.

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: krasivosti.pro

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас