+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
14 Октября 2022, 06:35

Әй, фәрештә!

 

Әй, фәрештә! Минең сабыйымды

Күҙ яҙҙырмай ғына ҡарауылла.

Ул үҙе лә һеҙҙең нурлы заттан,

Байрам ғына ҡыйып ҡарауы ла.
 


Әй, фәрештә! Һаҡла йән итемдең

Шау уйындан торасаҡ көндәрен.

«Өф» итеп тор әүен алдарынан

Башын терәр йом(о)шаҡ мендәрен.

 

Әй, фәрештә! Минең бәпесемдең

Аяҙ булһын күге, зәңгәр бәрхәт.

Был тормошто шашып һөйһөн ҡыҙым,

Әйтһен, йәшәү ҡалай зәһәр рәхәт.
  

Әй, фәрештә! Минең доғаларҙан

Бетеү яһа, сабыйыма атап.

Хаҡ юлдарға ҡаурыйыңды ҡой һәм

Балам китһен шунан ҡыйыу атлап.
 

Әй, фәрештә! Йондоҙ-ҡыҙсығыма

Яҡты булһын яҙмыш сырайҙары.

Таш һарайҙар уға һорамайым,

Тик шат булһын күңел ҡурайҙары.


Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Фото: myseldon.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас