

Ғүмер аты саба алға ҡарап,
Бөгөнгөһө ҡайтмай иртәгә.
Ҡалған ғүмер юлын белһәң икән,
Ҡасан, нисек уны үтергә?
Белеп булмай икән ғүмер юлын,
Кемдәрҙеңдер ҡапыл өҙөлә.
Кемдең ғүмер юлы оҙон була,
Арып бөтә юлдан үҙе лә.
Үткән юлдарыңа үкенмәйсә,
Бөгөнгө көн менән йәшәйек.
Иртәгәһен береһе лә белмәй,
Ғүмерең бит тормай ишәйеп.
Ҡыуанығыҙ таңдың атыуына,
Тыуғанына һиңә яңы көн.
Шатлыҡ , бәхет кенә булып үтһен,
Әйләнмәһен һиңә булып төн.
Ҡотдос ВӘХИТОВ.
Фото:bel.ru