+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
14 Октябрь 2022, 19:35

Көҙ

Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА

Килеп етте тағы көҙ көнө,

Ябай түгел – көҙҙөң алтыны.

Саған ағастары ғәжәйеп:

Яна ялҡын төҫлө талпынып.

 
Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола

Талғын ғына йомшаҡ елдә лә,

Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең,

Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә.

 
Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар

Шыбырланы минең ҡолаҡҡа:

Османыҡ бит бына йыраҡҡа,

Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.


Фото: Гүзәлиә Шәкүрова

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас