+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
16 Октябрь 2022, 16:00

Көҙ

Мостай КӘРИМ

Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән

Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,

Хушлаштылар бөгөн улар менән

Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.

 

Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,

Шаян елдәр уйнап үтәләр,

Суҡлы шәл ябынған ҡайындырҙың

Һары шәл суҡтарын һүтәләр.

 

Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем

Һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,

Тормошта яҙ –

Сирень ағастары

Сәскә ата кеүек баҡсала...

 

Фото: Гөлшат Байдәүләтова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас