+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
19 Октябрь 2022, 05:10

Илһөйәрлек

 

Әсә һөтө, наҙы менән генә

Һеңә илһөйәрлек күңелгә.

Тарихыңды, киләсәкте һөйөү –

Һатып алыр тойғо түгел дә.

 
Тамырыңдың тәрәнлеген тойоу,

Тыуған яҡҡа аяҡ тартыуы.

Йыһандағы урыныңды уйлап,

Йәшәү мәғәнәһе артыуы.
 

Илһөйәрлек атай-әсәйеңде

Йылы һүҙҙән мәхрүм итмәүең.

Атай-олатайҙар зыяратын

Хаж ҡылмайса ситкә китмәүең.
 

Илһөйәрлек – әгәр табандарың

Иркәләнеп баҡһа тупраҡҡа.

Тәбиғәтем алтынланды, тиеп

Һөйөп бағыу төшкән япраҡҡа.
 

Илһөйәрлек – күрше-күләнеңдең

Ҡайғы-шатлыҡтарын бүлешеү.

Илһөйәрлек – Ҡафтау артындағы

Туғаныңдың хәлен белешеү.
 

Илһөйәрлек – инде мең быуатлап

Килгән йолаларға таяныу.

Аһ, халҡым, тип ятып китеүҙәрең,

Аһ, балам, тип килеп уяныу.


Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Фото: tendencii.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас