

Ҡыр ҡаҙҙары оса көнбайышҡа...
Ел тарата моңло йырҙарын.
Тауыштары быйыл һағыш тулы,
Белгән кеүек алда ни барын.
Ураңҡырап осоғоҙсы, ҡоштар!
Тап булмағыҙ, тием, уттарға.
Һеҙ ирекле, һеҙҙең бурыс түгел
Ҡалҡан булыу йәҙрә-туптарға...
Көнбайышҡа китә ир-егеттәр,
Һағыштарын баҫып йыр менән.
Ут-һыуҙарҙы улар урай алмай,
Ир яҙмышы уртаҡ ил менән...
Яҙҙар етер... Ҡайтыр ҡаҙҙар, бәлки,
Бер аҙ көйгән булыр ҡанаттар...
Яҙға ҡалмай еңеп, теүәл генә
Ҡайтығыҙсы, улдар-һалдаттар!
Сәкинә ТОТМАНОВА.
Фото: mongolia.ru