+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
20 Октябрь 2022, 07:30

Башҡортостан!

Тамара ҒӘНИЕВА

Башҡортостан!
Һөйгән йәрем кеүек,
Йәнем кеүек аҫыл Ватаным.
Яҙмышыма яҙған хозурлыҡты
Затлы бүләк, тиеп атаным.

Башҡортостан!
Йөрәк кеүек миңә,
Шишмәһеләй ҡурай йырының.
Гәүһәр таштар ҡушып үрелгәнме,
Ағиҙелең - көмөш толомоң.

Башҡортостан!
Әсәм кеүек сабыр,
Бәрәкәтле йомарт ҡуйының.
Ҡунаҡ килһә - татлы тәғәм-ризыҡ
Табынында башҡорт һыйының.

Башҡортостан!
Һин аяулы балам!
Һөт, бал еҫе килә. Күңелем
Береккән дә һинең кендегеңә,
Ҡосағымда бәпләп йөрөүем.

Башҡортостан!
Һин асылым минең,
Илем минең, өйөм,
Моң-көйөм.

Фото: traveltimes.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас