

Көләс кенә, һары түгелбыйылғы көҙ...
Быйылғы көҙ- мөлдөрәмә тулған күңел.
Түгелеп китә өмөт тулы күңелкәйҙәр,
Өҙөлгәндә япраҡ кеүек ғүмеркәйҙәр.
Ҡоштар быйыл сарбайламай, йырлап китә...
Һауаларҙы ярыр һағыш йөрәк өтә...
Ҡоштарҙы ла, ҡоштар кеүек киткәнде лә
Тыуып-үҫкән еркәйҙәре
Өҙөлөп көтә...
Урмандар ҙа быйыл никтер илағыраҡ,
Япраҡтары өҙөлөп төшә иламһырап.
Уралынан йыраҡтарға тик бер теләк-
Өҙөлмәһен юлҡайҙары, ҡайтһын урап.
Тик бер теләк: яҙҙар итеп һалҡын көҙҙө,
Һөйөндөрөп зар илашып ҡалған беҙҙе,
Теүәл генә, талғын ҡанат ҡағынғандай,
Ҡайтһын ирҙәр йырлай-йырлай,
Йырлай-йырлай...
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА-ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: celes.club