+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
22 Октября 2022, 06:30

Атай һүҙе

 

Һөйөү менән һуғарылған

Бойороҡ ул юғарынан –

Атай һүҙе.

Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,

Аралаусы яҙыҡтарҙан -

Атай һүҙе.

 

Ярамай, тип ҡырт киҫһә лә,

Ҡурсыуҙарын тоя күңел.

Яратам, тип иркәләһәң,

Атай, миңә шундай еңел.

 

Бер әйтеүҙән ҡайһы берҙә

Күтәреүсе өҫкә, үргә-

Атай һүҙе.

Бер атыуҙан ҡайһы берҙә

Төшөрөүсе күктән ергә-

Атай һүҙе.

 

Өтөп ала, ҡурып ала,

Иңдәремә бурыс һала

Атай һүҙе.

Уттан алып һыуға һала,

Аҙашыуҙан алып ҡала

Атай һүҙе.

 

Ҡанатымды нығытырҙай

Көс ул көсһөҙ сағымдағы -

Атай һүҙе.

Рәхмәт әйтеп баш эйҙерә,

Хөрмәт тигән әҙәп, тағы

Атай үҙе.


Г. ХӘЛФЕТДИНОВА.

Фотола: Илеш районы Үрге Йәркәй ауылынан бәхетле атай Денис Гәрәев улы Асҡар һәм ҡыҙы Әминә менән.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас