

Хоҙай биргән ғүмер йомғағымдан
Мин бәйләйем матур селтәрҙәр.
Шул селтәрҙәр минең күңелемдең
Барлыҡ хистәрен дә һөйләрҙәр.
Селтәрҙәргә һалам биҙәк итеп
Ҡыҙҙарымды нисек һөйгәнде.
Һәр бер уңыштарына шатланып
Ҡыйын саҡтарында көйгәнде.
Иң ҙур байлыҡ тиеп был селтәргә
Ейән-ейәнсәрҙәр яҙылған.
Йәшәүемдең дауамдары булып
Ете яҡҡа ептәр һуҙылған.
Селтәремдә иң ҙур биҙәк иттем
Хәләл ефетемә һөйөүҙе.
Тормош йөгөн икәү бергә тартып
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеүҙе.
Һиҙелмәй ҙә ҡалған бәйләй торғас,
Йомғағымдың кәмей барғаны.
Селтәремдең матур биҙәктәрҙән
Һәр көн һайын артып торғаны.
Кәмеһә лә бер ҙә үкенмәйем,
Ниндәй матур селтәр бәйләнә!
Ғүмеркәйең бушҡа уҙмай тиеп
Әйләнә лә йомғаҡ, әйләнә...
Фото: З. Ҡотлогилдина.