+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
24 Октябрь 2022, 08:35

Хушығыҙ...

 

Сылбыр-сылбыр булып, сыңрай-сыңрай,

Ҡоштар китә тыуған яғынан.

Тыуған яҡтан китеү еңел түгел,

Еңел түгел ҡайтыу яңынан...

 

Күл-йылғалар етемһерәп ҡалды,

Етемһерәп ҡалды урмандар.

Яҙға ҡәҙәр алда ап-аҡ ҡыш бар,

Ҡышҡы селлә, ажғыр бурандар...

 

Хәйерле юл һеҙгә, ҡошҡайҙарым,

Күрешеүҙәр яҙһын тағы ла.

Сылбыр-сылбыр булып, сыңрай-сыңрай,

Йылы яҡҡа ҡоштар ағыла...

 

М. МӘҒӘСҮМОВ.

Фото: mycdn.me

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас