+22 °С
Ясна
VKOKTelegram
Шиғырҙар
25 Октябрь 2022, 11:30

Мин ҡайтырмын

 

Мин үҙемде алдым үҙем менән,

Һиңә ҡалһын һөйөү наҙҙарым.

Күңелемде өткән уйҙарымдың

Мин алайым бик-бик аҙҙарын...

 

Мин алайым ирендәрең тәмен,

Тыуған яҡтың таҙа һауаһын.

Берәү әле белмәй ни күрәһен,

Ҡайҙа барып, ҡайҙа ауаһын.

 

Мин алайым һинең ҡарашыңды,

Йомшаҡ устарыңдың йылыһын.

Мин алайым күҙҙәреңдән тамған

Ике бөртөк кенә ынйыһын...

 

Яҙған булһа, мин ҡайтырмын, йәнем,

Һуғыш бит ул түгел сәйәхәт...

    

Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов.

 

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас