+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Шиғырҙар
26 Октября 2022, 07:40

Әсәй ҡосағы

Алсы, әсәй, алсы ҡосағыңа,

Әсәй ҡосағыӘсәй ҡосағы
Әсәй ҡосағы

Алсы әле, алсы тағы ла.

Һинең ҡосағыңда ғына, әсәй,

Бөтә ҡайғыларым юғала.

 

Тиңләйем мин, әсәй, ҡосағыңды,

Аҡ кейеҙле, йылы бишеккә,

Балаларым ҡайтып керер, тиеп

Күҙ һалаһың һаман ишеккә.

 

Ҡуйыныңда ғына үҫтерҙең һин,

Бишек булды беҙгә ҡосағың,

Ҡылған доғаларың кеүек,

Шифалы ла бишек йырҙарың.

 

Ауырлыҡтар килеп тыуа ҡалһа,

Һыйынабыҙ һинең яныңа.

Күк йөҙөнөң сиге булмағандай,

Сикһеҙ рәхмәт, әсәй, барына.

 

Алсы, әсәй, мине ҡосағыңа,

Алсы, әсәй, алсы тағы ла.

Һинең ҡосағыңда ғына, әсәй,

Бала сағым ҡабат сағыла.

Ҡосағыңа алсы тағы ла.

 

Раушан ХАЗИӘХМӘТОВ.

Фото: ccap.org

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас