

Көҙ бит мәңге һағыныуҙар мәле,
Түбән төшә ауыр керпектәр.
Рәссам да ул, ана, ҡара әле -
Һағыш төҫөн тағы күперткән.
Ара-тирә, бәлки, йылмайыуҙар
Сағылалыр уның һүрәттә.
Тик ниңәлер моңһоулыҡты ғына
Көҙбикәбеҙ йыш-йыш күрһәтә.
Ҡыштыр-ҡыштәр килә япраҡтары,
Шыбыр-шыбыр яуа ямғыры...
Ошо мәлдә күңел илай-илай,
Йәмле йәйҙе һәр саҡ һағыныр...
Зарина БАҒЫШАЕВА.
Фото: dach.ru