+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
27 Октября 2022, 11:20

Түшелдерек кейәм әле...

 

Түшелдерек кейәм әле –

Теймәһен кеше күҙе,

Ҡаты күҙҙән, ҡалҡан булып,

Һаҡлап тора ул үҙе.
 

Оләсәйҙән, әсәйемдән

Миңә ҡалған аманат,

Ошо изге аманатҡа

Итәһем юҡ хыянат.
 

Мәрйенгә мәрйенде ялғап,

Тәңкәгә теҙеп тәңкә,

Эшләгән уны әсәйем –

Яҡлау ул тәнгә, йәнгә.
 

Түшелдеректә сағыла

Ғәзиз халҡымдың рухы,

Хыялы, ғөрөф-ғәҙәте,

Йолалары, тарихы.
 

Ғорурланып кейә торған

Кейем ул – түшелдерек,

Милләтемә һөйөү унда,

Унда – йәндәге ирек.
 

Сағыу биҙәктәре менән

Ала күҙҙәрҙең яуын,

Ышаныс бирә, еңерлек

Хатта дошмандың яуын!
 

Бына ниндәй матурлыҡты

Кейгәндәр икән элек!

Хәтер аша күңелемде

Йылыта түшелдерек.

 

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото:  edu.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас