

Еңҽү яулап тиҙҙән!Бик тиҙҙән!
Бҽҙгә булған тиңһҽҙ һөйөүҽгҽҙ
Һаҡлар бҽҙҙҽ бәлә-ҡазанан.
Һҽҙ көтөгөҙ бҽҙҙҽ!Һҽҙ көтөгөҙ гҽнә
Сабыр ҡанаттарын һындырмай.
Бҽргә ҡорған йылы ояларҙы,
Тормош усаҡтарын һүндҽрмәй.
Һҽҙ көтөгөҙ бҽҙҙҽ!Һҽҙ көтөгөҙ гҽнә
Доға ҡылып һәр бҽр иртәлә.
Бҽҙгә булған иң саф хистәрҽгҽҙ
Йылы өрөр бҽҙгә төндәрҙә.
Бҽҙ ҡайтырбыҙ!Эйҽ,бҽҙ ҡайтырбыҙ
Бҽҙҙҽ көтөп торған усаҡҡа.
Тиҙҙән!Тиҙҙән!Эйҽ,бик,бик тиҙҙән
Һыйынырбыҙ һҽҙҙҽң ҡосаҡҡа.
Тик көтөгөҙ бҽҙҙҽ!Тик көтөгөҙ гҽнә
Сабыр ҡанаттарын һындырмай.
Тик яҡшыға юрап...Тик яҡшыға,
Ауыр уйға урын ҡалдырмай.
Бҽҙ ҡайтырбыҙ!Эйҽ,бҽҙ ҡайтырбыҙ!
Еңҽү яулап тиҙҙән иҫән-һау!
Рүзилә ҒАТАУЛЛИНА.
Фото: nosoldat.net