+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
29 Октябрь 2022, 11:45

Бер генә һүҙ

Бер генә һүҙ яҙып ебәргән бул.

Бер генә һүҙБер генә һүҙ
Бер генә һүҙ

Бер генә һүҙ. Ҡыйын түгел бит.
Һағындым тигән бул, йә булмаһа
Ҡыҫҡа ғына бер һүҙ яҙ һуң: "Көт".

Иңдәремә ҡанат үҫеп китер,
Йырлай-йырлай табын йыйырмын,
Һин яратҡан ризыҡ түрҙә булыр -
Һинең өсөн генә ҡуйырмын.

Балҡып торор донъям, урамдан уҡ
Яҡты бөркөп торор тәҙрәләр,
Юлыңды ла киҫһә киҫер бары
Мөлдөрәмә тулы биҙрәләр.

Көн дә булмаһа ла, унда-бында
Яҙып ебәргән бул берәй һүҙ.
Күп кәрәкмәй миңә. Ҡалғандарын
Һин әйтерһең миңә күҙмә-күҙ...


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: wp-s.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас