

Изге теләктәр юллап.
Икмәккә беҙ тотонабыҙ
"Бисмилла"- тип ҡуш ҡуллап.
"Бисмилла"- тип башлайбыҙ
Тәғәйенләп эшебеҙ.
Икмәк тоҙлап ҡаршылайбыҙ
Иң ҡәҙерле кешебеҙ.
Әсәй һүҙе иҫтә ҡалған
"Әрәм итмә валсығын.
Ергә күпме әфәт һалған
Иҫлә, зәһәр аслығын".
Хеҙмәт емеше ул: икмәк
Булһын ағы, ҡараһы.
Табын ҡояшы ла икмәк
Төшмәҫ һис тә баһаһы!
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Фото: yandex.ru