+19 °С
Дождь
VKOKTelegram
Шиғырҙар
31 Октября 2022, 11:05

Имен йөрө!

Ултыр әле, балам, йәнәш,

Имен йөрө!Имен йөрө!
Имен йөрө!

Ҡосаҡлайым!
Ел-ямғырҙан, ҡазаларҙан
Ышыҡлайым.
Һөйлә әле хәлдәреңде,
Еңеләйер,
Доғаларым баш осоңа
Сатыр йәйер.
Һөйләмәһәң, һөйләмә, тик
Бул янымда,
Һинең өсөн борсолоуым
Аң-ҡанымда.
Бәхетһеҙмен, тимә, балам, –
Сәләмәтһең!
Яҡындарың бар яныңда –
Һин кәрәкһең!
Ҡара әле, был донъялар
Ниндәй матур!
Күрһәң ошо матурлыҡты,
Дәртең ҡайтыр.
Бер ҡосаҡлап яратайым
Әле, балам...
Имен йөрө! Һиңә бәхет
Теләп ҡалам.

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото: golvestnik.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас