

Ағартты ла, ымһындырып,
Иретеп ҡуйҙы шундуҡ.
Аяҙҙан һуң шыҡһыҙ урман,
Көнә лә шундай шомло.
Ҡоңғортланды ере, күге –
Көҙгә был төҫ килешә.
Һуңғы япраҡтарҙы өҙөп,
Ваҡыт-ваҡыт ел иҫә.
Туңдырманы, туңаҙытты –
Көҙҙөң холҡо тырабыз.
Хәҙер инде аттың башын
Ҡышҡа табан борабыҙ.
Аңғырт алды ҡышҡы елдәр,
Буҙ болоттан ҡар иләп.
Буҫығыр ҙа, баҫылыр көҙ,
Эш сығармаҫ, зар илап.
Аҡ ҡышҡа аҡ өмөт ҙур ҙа –
Ниндәйен һонор тағы.
Әлегә һоро көҙөмдөң
Япраҡ-йәш түккән сағы...
Фото: А. Ғарифуллина.