+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
1 Ноябрь 2022, 07:55

Ҡаҙҙар

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Ап-аҡ ҡына мунсаҡ теҙмәһеме –
Тау түшендә – ҡаҙҙар.
Томандарҙы телеп, тере сылбыр
Өҫкә үрләй һаман.
Ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ! Шундай моңһоу был яҡ –
Ямғыр ҡоя ғына.
Ҡар ятҡас та, мәрйен ҡойолорон
Ҡаҙҙар тоя һымаҡ...

Фото: Булат Тимерғәлиев.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас