

Октябрь ҙә уҙып китте,
Ишек шаҡый ноябрь.
Оялмай ғына турҙән уҙ,
Һин дә көҙ бит барыбер.
Яҡшы хәбәрҙәр алып кил,
Булмаһын тик яманы.
Хәбәрҙәрең дөрөҫ булһын,
Ялҡытты бит ялғаны.
Ап-аҡ ҡарҙар менән бергә
Еремә шатлыҡ килһен!
Һәр бер өйҙән балаларҙың
Көлгәне ишетелһен!
Илебеҙгә ҡабат ҡайтһын
Ышаныс һәм тыныслыҡ!
Татыулыҡҡа ни етә бит,
Йәшәйексе тынышып.
Ғәзиз улын көтөп алһын
Һәр бер әсә,һәр кеше.
Берҙәм булайыҡ бөтәбеҙ,
Беҙ бергә саҡта көслө!
Ноябрь ҙә килеп етте,
Һуңғы айы был көҙҙөң!
Тиҙҙән килер ул тыныслыҡ,
Булайыҡ бер аҙ түҙем...
Зәһүрә ӘБЕЛКАРАМОВА.
Фото: niamsk.ru