

Хыялымды көслө ҡанат итеп,
Тулы ирек биреп уйҙарға,
Һәр таң һайын сығам мин ашҡынып
Илгенәмде иңләп-буйларға.
Ҡарт Уралдың ҡырлас ҡаяһына
Башын ҡуйып, башҡорт ерҙәре
Күҙ күреме етмәҫ киңлектәргә
Ҡолас йәйгән. Еңеү эҙҙәре,
Сибәр ҡыҙҙың йылмайғаны кеүек,
Нур таратып тирә-яҡтарға,
Йылы бөркә дуҫтар йөрәгенә,
Әрнеү уғын ата яттарға.
Көмөш көҙгө — яҡты, тоноҡ күлдәр,
Шарап итеп ҡояш нурҙарын,
Әйтерһең дә, бокал күтәрәләр.
Ана, унда Иҙел буйҙарын
Төйәк яһап, таңғы балыҡсылар
Ултыралар тып-тын серемләп.
Яуа ямғыр. Төшкән һәр бер тамсы
Алтын булыр минең еремдә.
Ярҙарынан ашҡан диңгеҙ һымаҡ
Иген үҫә иркен ҡырҙарҙа.
Хеҙмәт тә мул бында кеше өсөн
Һәм аҙ түгел гүзәл йырҙар ҙа!
Ер түшендә алтын йондоҙмо ни
Балҡып тора өлкән ҡалалар.
Һәр урында ҙур тамырҙар тибә,
Үҙгәрәләр тыныс далалар.
Данлы хеҙмәт менән ҡайнап тора
Шаулы ерем — бәхет бишегем.
Ошонда бит, беләм, беҙ асырбыҙ
Киләсәктең иң ҙур ишеген.
Урал арҡаһына нык таянып,
Ҡыҫҡан килеш ҡулын дуҫтарҙың,
Тиңдәр араһында бер тиң булып,
Ята минең Башҡортостаным!
Фото: pinimg.com