+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
3 Ноябрь 2022, 04:05

Эй, был донъя ҡанундары...

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА-АҠЙОНДОҘ

 

Был көҙө лә уҙып бара,

Тишкеләнгән еләне...

Минең күңелдең торошон

Әллә ул да һиҙәме...

 

Иҫкән ел дә иркәләмәй,

Артҡа тарта сабыуҙан.

Әйтә кеүек: ваҡыт уҙа,

Туҡта инде сабыуҙан...
 

Сабыуҙарҙан туҡтармын ул,

Тик күңел - көҙгө елән,

Һуңғы көҙгә серҙәш булып,

Урмандан ҡайтып киләм.
 

Ҡышы, яҙы, йәйҙәрҙән һуң

Ҡабат килер көҙө лә,

Ғүмер миҙгелдәре берәр,

Шуға үҙәк өҙөлә...
 

Йылдар уҙа...Сағыулыҡтың

Мәле һанаулы икән.

Күңелдәр ғүмер көҙөндә

Тишек, ямаулы икән...
 

Һуңғы япраҡ осоп төштө -

Көҙгө елгә түҙмәне.

...Эййй...был донъя ҡанундары -

Ғүмерҙәрҙең үҙ мәле...

 

 

Фото: pxhere.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас