+18 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
3 Ноября 2022, 13:00

Улдарыма

Һеҙҙә ирҙәр ғәме,ирҙәр сәме,

УлдарымаУлдарыма
Улдарыма
Эйәрле ат һыйҙырған йөрәк,
Килгәнһегеҙ ергә булыр өсөн
Ил-йорт таянысы һәм терәк.

Шулай, ә һеҙ - минең өсөн һаман
Бер ҡатлы, эскерһеҙ малайҙар,
Был донъянан тик яҡшылыҡ көтөп,
Бер хәйләһеҙ күҙҙәр ҡарайҙар.

Зарланмаһағыҙ ҙа,белеп торам
Йәшәүҙәрҙең еңел түгелен,
Ауырлыҡты йырып сыҡҡан саҡта
Күпме көс ҡалғанын,түгелеп.

Шатлыҡ булһа,миңә юллайһығыҙ,
Ҡыйын мәлдәр үтә йәшерен,
Хафаланып,борсолмаһын,тиеп,
Өҙмәһен,тип, әсәй бәғерен.

Һиҙмәй буламы һуң инде йөрәк-
Әсә йөрәге ул шуға ла,
Үҙегеҙсә мине һаҡлайһығыҙ,
Мин йәшәйем һеҙҙе ҡурсалап.

Йән һалҡыны өшөтмәйме йәнен,
Ҡыш һалҡыны - аяҡ-ҡулдарын,
Көнөн-төнөн теләп кенә торам,
Имен булһын, тиеп, юлдары.

Көткәнегеҙ алдығыҙға килһен,
Тормошоғоҙ барһын гел ыңғай,
Һаулыҡ тигән байлыҡтан ҡыҙғанмай,
Мул итеп бирһен һеҙгә Хоҙай.

Үҙегеҙгә ҡәнәғәтлек биреп,
Ҡыуандырһын һәр бер эшегеҙ,
Булһын яҡты йөҙөн,йылы ашын
Йәлләмәгән яҡын кешегеҙ.

Утта янмай,һыуҙа батмағандай
Ир-егеткәйҙәрҙең солтаны,
Яулап барған һәр бер үрегеҙҙә
Балҡып ҡалһын ысын ир даны.

Фәйрүзә ЗИЯНБИРҘИНА.
Фото: teneta.ru
 
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас