+27 °С
Ясно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
4 Ноября 2022, 06:50

Изге доғам

Лилиә ҺАҠМАР

Изге доғамИзге доғам
Изге доғам

Ҡаршы иҫһә әсе елдәр
Етеҙерәк мин атлайым,
Аһ-зарҙарҙы эскә йотоп,
Киреп күңел ҡанаттарын,
Бер доғамды ҡабатлайым:
“Барыһы ла яҡшы булыр,
һағыштарым, хәсрәт уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!”

Ҡунмаҫ ырыҫ-бәхет ҡошо
Һүнһә әгәр өмөт уты,
Заманалар ауыр, тимә,
Яҙмыш беҙгә һынау бирә.

Зәп-зәңгәр ҙә ал ҡояшлы
Күңгебеҙҙе болот баҫһа,
Аҡ донъяны ҡарайтмайыҡ,
Күҙ-йәш аша ҡабатлайыҡ:
“Барыһы ла яҡшы булыр,
Хәсрәттәрем, һағыш уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!”

Фото: pinimg.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас