+18 °С
Болотло
VKOKTelegram
Шиғырҙар
6 Ноябрь 2022, 06:15

Улым

Ҡара ергә ап - аҡ ҡарҙар ятты,

УлымУлым
Улым

Яҡтырып та китте тирә - яҡ.
Ут эсенә алып керҙеләрме,
Һинән генә сәләм - хаттар юҡ.

Ер һыуығы өшөтәлер инде,
Көндәр һалҡын, ҡыш та яҡынлай.
Иҫән генә, балам, йөрөйһөңмө,
Йөрәк әрнеүҙәре баҫылмай.

Илде һаҡлау - ир бурысы, улым,
Ир иңенә төшкән ҙур һынау.
Ғәзиз ғүмерҙәрҙе өҙә һуғыш,
Ныҡ бул, балам, бер үк һин һынма.

Ҡыш һалҡыны үтер, яҙҙар етер,
Ҡоштар ҡайтыр йылы яҡтарҙан.
Ҡоштар кеүек һеҙ ҙә ҡайтырһығыҙ
Еңеү менән тыуған яҡтарға.

Рәмзиә МОНАСИПОВА.

Фото: wwwassets.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас