+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
7 Ноябрь 2022, 08:05

Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн!

Һәйкәл ҡойор инем һиңә, әсәй,

Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн!Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн!
Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн!

Ябай таштан түгел, алтындан!
Кескәй генә һинең йөрәккәйең,
Ҡойолғандыр, гүйә, алтындан!


Ошо кескәй изге йөрәгеңдән
Бар донъяға ағыла изгелек,
Тик яҡшылыҡ һинең күңелеңдә,
Йомарт һүҙле, ихлас бигерәк.


Ауыр саҡтар ишек ҡаҡмай тормай,
Бик күп булды ҡаҡҡан саҡтары...
Бөгөлөп төшмәй, тик алға барҙың,
Еңеп барҙың ауырлыҡтарҙы.


Һәйкәл ҡойор инем һиңә, әсәй,
Ябай таштан түгел, көмөштән!
Барыбыҙға ярҙам итәһең,
Айырмайһың аҡыл-кәңәштән.

Балаларым, тип өҙөлөп тораһың,
Туғандар, тип йәнең бирәһең,
Ҡайҙан килә шундай изгелегең,
Ҡайҙан килә һинең көскәйең?!


Ярҙам һорап килгән береһенә:
"Юҡ!" - тимәнең, иттең изгелек.
Шул рәхмәттәр кире ҡайтһын һиңә,
Күрерһең һин бик ҙур игелек!

Һәйкәл ҡойор инем һиңә, әсәй,
Ябай таштан түгел, яҡуттан!
Ҡояш һымаҡ мәңге балҡып йәшә,
Мин һаҡлармын ҡара болоттан!


Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн,
Һин булғанға беҙ бик бәхетле!
Һиңә оҡшап матур, ихлас, алсаҡ,
Булырбыҙ беҙ, батыр йөрәкле!

Рәмилә Рәхмәтуллина

 

Фото: vk.com

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас