

Асҡыстарын ауыр яратыу,
Кем янында булһаң – шатлыҡ арта,
Кем янында – була яманһыу.
Аллаһыбыҙ ғүмер яҙғанында
Бәхетте лә бүлеп ҡуялыр,
Берәүҙәргә тауҙай төшһә өлөш,
Икенсегә - бары убалыр.
Ер йөҙөндә нисә кеше булһа,
Шунса яҙмыш ташҡа яҙылған,
Кемдер берәү юлдар ярып барһа,
Кем өсөндөр йондоҙ ҡабынған.
Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА.
Фото: wallhere.com