+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шиғырҙар
14 Ноября 2022, 04:40

Хоҙай ҡушһа, барыһы яҡшы булыр...

 

Әкрен генә ҡышҡа кереп барыш,

Көндөҙ йылы, кискә һыуыта.

Яңы ғына ямғыр яуып үтһә,

Ҡары яуа,тағын ебетә...

 

Йыл миҙгеле шулай ҡабатлана,

Ҡабатлана көҙҙәр асылы.

Тик донъялар ғына тыныс түгел,

Шуңалырмы йөрәк ярһыулы.

 

Хоҙай ҡушһа, барыһы яҡшы булыр,

Күңелдәргә бирер сабырлыҡ.

Ҡаңғылдашып ҡоштар кире ҡайтыр

Тыуған ояларын һағынып.

 

Эльза ШАГОВА.

Фото: tgcnt.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас