+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Шиғырҙар
16 Ноябрь 2022, 04:25

Ҡабаланмай ғына ҡарҙар яуа...

Буранбай ИСҠУЖИН

 

Ҡабаланмай ғына ҡарҙар яуа,

Эргәлә аҡ бушлыҡ, аҡ һауа.

Әй, тәбиғәт! Гел ошолай бул һин, -

Беҙгә бөгөн күпме наҙ яуа!
 

Ҡанат ҡаҡмай ғына ҡарҙар яуа...

Ҡапыл ғына килмәй ышанғы:

Беҙ тағы ла бала саҡта һымаҡ,

Хыялдар ҙа инде тышауһыҙ!
 

Ҡабаланмай ғына ҡарҙар яуа...

Ҡабаланмай яуһын. Теләйек.

Артта ҡалған ап-аҡ минуттарҙың

Монарына тағы инәйек.

  

Фото: priroda

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас