+12 °С
Ямғыр
VKOKTelegram
Шиғырҙар
18 Ноябрь 2022, 10:15

Йәшәү — үҙе бәхет бит ул

Йәшәү — үҙе бәхет бит улЙәшәү — үҙе бәхет бит ул
Йәшәү — үҙе бәхет бит ул

Кеше һәр саҡ бәхетле ул — шуны белмәй,

Ғүмер баҡый әллә ҡайҙан бәхет эҙләй.

Бәхет эҙләп, илдәр гиҙә, күктәр иңләй,

Тик бәхеттең ни икәнен аныҡ белмәй.


Аңлағанға — һәр атҡан таң йыуаныстыр,

Һәр бер күргән әйбер үҙе ҡыуаныстыр.

Йәшәү — үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!

Уның өсөн кәрәк түгел таж һәм тәхет.


Нимәгәлер өлгәшеүҙә түгел бәхет,

Уның өсөн кәрәкмәй ҙә дан һәм шөһрәт.

Ташламаһын һәр әҙәмде тик һаулығы,

Һаулыҡ булһа килер уға көс һәм ҡөҙрәт.


Йәшәү үҙе бәхет бит ул, үҙе бәхет!

Ошо хаҡта аңлау фарыз. Тик шул ғына!

Яҙғандарым — бәхет эҙләп йонсоғанға

Бәхеткә юл табыр бер ым, ысул ғына.

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА.

Фото: zoom.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас