+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
21 Ноябрь 2022, 10:20

Ҡарҙар яуа

– Күрәһеңме, нисек ҡарҙар яуа!

Ҡарҙар яуаҠарҙар яуа
Ҡарҙар яуа

Күрәһеңме, ниндәй тамаша!
Тирә-яҡты серле шатлыҡ биләй,
Хозурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша.

 – Хозурлыҡтан? Һин һәр ваҡыт шулай
Юҡ-барҙан да шатлыҡ табаһың.
Ҡарҙар яуа, юлға көрттәр һала...
Ә таң менән – юлдар яраһы...

– Аңлайһыңмы, яңы яуған ҡарҙан
Яҡты хистәр тыуа күңелдә.
Йыһан үҙе ойоп бәүелгәндәй,
Моң ағыла кеүек күгемдән...

– Яҡты хистәр? Ниндәй моң ағылһын!
Бары ҡарҙар күктән ҡойола.
Төнөн йоҡламайса шиғыр яҙғас,
Һиңә генә шулай тойола.

 – Тыңла әле, тыныс ҡына яуған
Ҡарҙарҙың да бар ул үҙ көйө...
...Ана шулай һәр бер күңелдең дә
Үҙ үлсәме бар шул, үҙ көйө.



Сәкинә ТОТМАНОВА.

Фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас