+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шиғырҙар
22 Ноябрь 2022, 05:00

Бөгөн - Улдар көнө!

Йыл һайын 22 ноябрҙә илебеҙҙә Улдар көнө билдәләнә. Әсәйҙәр өсөн ҡыуаныс, атайҙар өсөн оло ғорурлыҡ ул - уллы булыу! Улдарығыҙ һәр ваҡыт һеҙҙе һөйөндөрөп кенә торһон, терәк-таянысығыҙ булып үҫһендәр!    

 

Улдарыма изге теләк

Балам, йәшә ерҙә шундай итеп,

Хаҡ һорамай ҡылып изгелек,

Көнләшмә һин кеше бәхетенән,

Бәхетле бул үҙең, иң элек.  

 

Сыҙамлы бул, ҡырыҫ елдәр иҫһә,

Ғүмер һуҡмағыңдан барғанда,

Улар, балам, бары сыныҡтырыр

Яҙмыш һынауҙарын һалғанда.  

 

Атла аяғыңды ныҡлы терәп,

Һанамайса уҙған көндәрҙе,

Парлы ҡанат менән алға ынтыл

Яулар өсөн бейек үрҙәрҙе.  

 

Йәшә, балам, ҡәҙер-хөрмәт күреп,

Үҙ урының булһын аҡ тәхет,

Ул тәхеттең эстәренә һыйһын

Сәләмәтлек, Һаулыҡ һәм Бәхет.  

 

Барыр юлың матур йырҙай булһын,

Тыңлай-тыңлай иҫең китерлек,

Изге эшең ҡалһын, эҙең ҡалһын

Ете быуыныңа етерлек.

 
 Тамара СОЛТАНОВА-СОБХАНҒОЛОВА.

Фото: bashkortostan  

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас