+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Ноябрь 2022, 15:00

Улдар көнө

 

Улдар көнө бөгөн, матур байрам,

Ҡотло булһын был көн, әсәйҙәр!

Сөнки ғүмерҙәрҙең һәр мәлендә,

Улар, балам, тиеп йәшәйҙәр.
 

Был донъяға ауаз һалған көндән,

Имен булһын ине юлдары,

Балаһына тәүфиҡ, һаулыҡ һорап,

Доға ҡыла әсә ҡулдары.
 

Тәпәй баҫҡан көнөн, тәүге һүҙен,

Һәр һулышын тойоп көн итә,

Әсәйҙәрҙең оло йөрәгенә,

Йылы ҡосағына ни етә?!
 

Ғүмерҙәрҙең һәр бер минутында,

Балам, – тиеп йөрәк талпына,

Байрам менән һеҙҙе, әсәкәйҙәр,

Һау булайыҡ улдар хаҡына!

 

 

Билдәһеҙ автор.

Әйткәндәй, бәлки авторы табылыр.

 

Фото: Гөлфиә Мөхәметдинова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: