-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
22 Ноябрь 2022, 11:46

Улдар көнө менән!

 

Улым бар!

Шәжәрәмдең ағасында

Олон бар. Яратып та туя алмаҫлыҡ

Улым бар.

 

Бейек тауҙың баштарында

Ҡолон бар.

Шул ҡолонға ҡороҡ һалыр

Улым бар.
 

Минән һуң да балҡыясаҡ

Утым бар.

Минән һуң да йылытасаҡ

Ҡотом бар.
 

Бәхет булып, бурап-бурап

Яуа ҡар.

Шатлыҡ хисем эскә һыймай,

Донъя тар.
 

Был донъяла. валлаһи, тим,

Бәхет бар.

Һөйөп кенә туя алмаҫлыҡ

Улым бар,

Улым бар!

 

 Айзилә Мортаева.

 

Дуҫтар, был матур шиғырҙы һәләтле йәш шағирә Айзилә Мортаева ижад  иткән. 

Фото: Луиза Хамматова.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: