+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Ноябрь 2022, 13:50

Әсә ризалығы

Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә

 

Онотмағыҙ, ожмах асҡыстары

Һинең әсәйеңдең ҡулында,

Ғәзиз әсәң ҡылған ғәмәлеңдән

Риза булһын тере сағында...
 

Үлгәс кенә илап файҙа юҡтыр...

Иҫән саҡта ҡәҙер күрмәһә,

Йәшәүеңдән һинең ни мәғәнә,

Әсәң ризалығын бирмәһә...
 

Ҡатлы, ҡатлы ожмах түрҙәренә

Әсә ризалығы асҡыстыр...

Тамуҡ уттарынан ҡотолоуҙор,

Юғарыға менер баҫҡыстыр...

  

Фото: vk.com

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: