+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Ноябрь 2022, 12:10

Балам ғынам

 

Тупылдатып һөйөп алам, балам ғынам,

Татлы балым, бер аҙ әскелт балан ғынам,

Күңелемде моңға сорнар ҡошсоғом һин,

Күҙҙәреңә һөйөү менән бағам ғына.

 

Яҙмышыма бүләк иткән далан ғына,

Саф күңеле аҡ ҡағыҙҙай - балам ғынам.

Наҙлы ғынам, бәпләп кенә яраттырған,

Йөрәгемә Хоҙай биргән дауа ғына.

Фәнил БҮЛӘКОВ.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: